Быйыл май йылы көндәре менән артыҡ ҡыуандырмай. Һуңғы көндәрҙә бер аҙ йылыта башлаған кеүек ине, алдағы көндәргә синоптиктарҙың фараздары йәнә күңелде бошора.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 23 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡта бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 11 - 16 градус йылы тәшкил итәсәк.
Йома, 24 майҙа, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Төндә -1, -6 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ һауа температураһы 10 - 15 градус ҡына.
Шәмбе, 25 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Төндә -1, -6 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ һауа температураһы 18 - 23 градус.
Быйыл майҙың һуңғы декадаһында Башҡортостанда һауа температураһы норманан 4 градусҡа түбән булыуы көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.