Ҡырағай мөхит
23 Май 2024, 18:30

"Мораҙым тарлауығы"на инеү тыйыла!

 Ни өсөн? Уҡығыҙ: 

"Мораҙым тарлауығы"на инеү тыйыла!"Мораҙым тарлауығы"на инеү тыйыла!
"Мораҙым тарлауығы"на инеү тыйыла!

Күгәрсен районда урынлашҡан йәмле "Мораҙым тарлауығы"ндағы мәмерйәләргә инеү ваҡытлыса тыйылған. Сөнки ямғырҙарҙан һуң Оло Эйек йылғаһы ярҙарынан ашҡан. Бигерәк тә туристарға ял итергә йыйыныу алдынан мотлаҡ белешергә тәҡдим итәбеҙ, килеп тә кире ҡайтырға тура килмәһен.

Паркта йөрөү хәүефле, әммә был ваҡытлыса. Йылға ярҙарына ҡайтып, мәмерйәлә һыу кәмеү менән туристарға килергә рөхсәт ителәсәк.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас