Башҡортостанға эҫе, әммә хәүефле көндәр килә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикаға йәшен, ҡойма ямғыр һәм борсаҡ яуасаҡ.
5 июндә Башҡортостандың айырым райондарында көслө ел көтөлә. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градусҡаса эҫе буласаҡ.
6 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен буласаҡ. Һауа температураһы төндә +13, +18, ә көндөҙ +23, +28 градус булыр тип көтөлә.
Шулай уҡ Башгидрометүҙәк синоптиктары янғын хәүефе хаҡында иҫкәртә. Республика халҡына урмандарҙа һәм яландарҙа ут тоҡандырмаҫҡа кәңәш ителә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.