Торатауға килгән туристар, үҙҙәре эргәһенә юлланған йәнлекте күреп, тәүҙә бер аҙ һағайып ҡалған. Өҫтәүенә уның һау-сәләмәт булмауы күҙгә ташланған – ябыҡ, йөндәре ҡойолоп бөткән. Шул уҡ ваҡытта әҙәпһеҙ булыуы өҫтөнә үҙен ҡарата йәлләү тойғоһо ла тыуҙырған.
Саҡырылмаған ҡунаҡтың иғтибарын тамаҡ ялғарға ултырған ҡыҙ йәлеп итә. Хәйләкәр төлкө үҙенең ҡыланышы, ҡарашы менән уны ла һыйлауын һорай. Туристар биргән күстәнәстәрҙе ашап бөткәндән һуң ерән “теләнсе” нисек килеп сыҡҡан, шулай тиҙ генә һыпырта һалған.
Фото: https://srgazeta.ru/