Кешегә эҫе лә оҡшамай, һыуыҡ та ярамай. Инде йылы көндәрҙе көтөп алғайныҡ, икенсе аҙна дауам иткән 32 градуслыҡ эҫеләре лә арытты кеүек. Әле иһә синоптиктар ҡасан уңайлы һауа торошо етере тураһында хәбәр итә. Метеосайт мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һауа торошо аҙнаның икенсе яртыһында бер аҙ һүреләсәк.
Кесаҙна, 20 июндә, көндөҙ республиканың үҙәк райондарында 22 градус йылы буласаҡ. Артабанғы көндәрҙә һауа температураһы 21-26 градусҡаса йылынасаҡ.
19-23 июндә 0,7-16 миллиметрлыҡ ямғыр яуыуы фаразлана.
Ә һеҙ ниндәй көндәр яратаһығыҙ?
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.