"Бөгөн Ғәҙелгәрәй ауылындағы ҡурсаулыҡ контораһына эшкә тәүгеләрҙән булып ...айыу килгән!
Хеҙмәткәрҙәр бина ишеге янында иртәнге сәғәт 4-тә эскә үтергә маташҡан тайыш табан эҙҙәрен күргән. Урман хужаһы биләмә буйлап йөрөп сығырға ниәтләп гараждарҙы «тикшергән», һуңынан умартасылыҡ буйынса директор урынбаҫары Радик Ғәлиндың йорто яғына йүнәлгән. Айыуҙың, моғайын, «Бал ҡайҙа һуң?» тигән һорауы булғандыр уға. Был шаяртыу, әлбиттә.
Һуңғы ваҡытта айыуҙар кешеләр яғына йыш сыға башланы. Айыу, нисек кенә һөйкөмлө булмаһын, йыртҡыс. Һаҡ булығыҙ!" - тип яҙа Бөрйән районының "Таң" гәзите.