+24 °С
Ямғыр
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы балыҡсыһы Әй йылғаһында 25 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Оҙонлоғо - 169 сантиметр.
Балыҡ тотоу менән күптән мауыҡһам да, ошондай ҙур балыҡты тәүгә күрәм, тигән балыҡсы.
Ай-һай, был йәйенде ярға һөйрәп сығарыуы ла еңелдән булмағандыр...
Сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән