Ғафури районының Игенйылға ауылындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә ошондай таплы болан тыуған. Ул билдәле Дисней йәнһүрәтенең персонажына ифрат оҡшаған.
Крәҫтиән(фермер) хужалығы вәкилдәре әйтеүенсә, был мөғжизәгә тиң ваҡиға, сөнки был хайуандар ҡырағай мөхиттән тыш тоҡом бирмәй тиерлек. Боландар үтә өркәк, уларҙы ҡарауы ла ҡыйын. Боланҡай әле нығынмаған, аяҡтарында баҫып торорға саҡ өйрәнә генә. Әлегә уға исем дә уйламағандар.
Ә һеҙ ниндәй исем бирер инегеҙ? Бэмби шәп яңғырай бит?!
Фото һәм сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы сайтынан