Дыуан районының Ҡаракүл ауылы янында кешеләр быҙау ҡалдыҡтары тапҡан. Малдар электр көтөүсеһе ҡурсауында йөрөгән булған.
“Быҙауҙың умыртҡа һөйәге һөйрәп алынған, шуға күрә айыу һөжүм иткән тип фаразлайбыҙ. Яҡынса был бер йәшлек айыу балаһы, – тип аңлатма бирҙе урындағы “Дыуан хәбәрҙәре” гәзите журналистарына Мәсәғүт йәнлектәр донъяһын һаҡлау хеҙмәтенең баш белгесе Рим Әйүпов. Ул йыртҡыстың табышын ҡалдырған урынына кире ҡайтыуы ихтимал, тигән фараз яһаған.
Емеш-еләк йыйыу осоронда һунарсылар халыҡҡа урмандың эсенә инергә кәңәш итмәй. Урман йыртҡысы менән осрашҡанда уға арҡа менән боролмаҫҡа кәрәк. Бер нисә кеше булһағыҙ, төрлө яҡҡа ҡасырға түгел, киреһенсә, төркөм булып тупланырға кәрәк. Кешене ҡыуып етеүе айыуға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Йәнлек менән осрашыу урынынан һалмаҡ ҡына, киҫкен хәрәкәтһеҙ китергә кәрәк. Ул, ҡағиҙә булараҡ, сәбәпһеҙ һөжүм итмәйәсәк. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: алдында ҡыбырлаған һәр нәмәне тайыштабан табышына ҡанығырға маташыу йәки хәүефле тип ҡабул итә.
Фото: Телеграм.