Ҡыштан һуң синоптиктар быйылғы йәй бик эҫе буласаҡ тип саң ҡаға ине. Имеш, был тиклем эҫе көндәрҙе Башҡортостандың күргәне юҡ ине. Тик бына инде июль тамамланып килә, ә ысынлап эҫе көндәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Етмәһә, алдағы көндәрҙә һауа торошо йәнә боҙола, һыуыта. Ҡойма ямғырҙар, боҙборсаҡ һәм йәшендәр көтә беҙҙе.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 22 июлдә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм боҙборсаҡ көтөлә. Ел көсәйеүсән, айырыуса йәшен ваҡытында. Төндә һауа температураһы 13-18, көндөҙ 17-22 градус тәшкил итәсәк, көньяҡ-көнсығышта 27 градусҡа етәсәк.
Шишәмбе, 23 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм боҙ-борсаҡ яуа. Ел талғын буласаҡ, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 11, 16, көндөҙ 17, 22 градус.
Шаршамбы, 24 июлдә, шулай уҡ йәшен, ел көслө була. Һауа температураһы төндә 9, 14, көндөҙ 19, 24.
Бындай һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана һәм хатта нығыраҡ һыуыта. Әгәр синоптиктар фаразына ышанһаң, көндөҙ 15 градустан йылыраҡ булмаясаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.