“Башинформ” агентлығына төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙғаныс хәл 24 июлдә Салауат районында булған. ”Лада Гранта”ның 38 йәшлек водителе Кропачево – Мәсәғүт — Әчит юлында һарыҡ көтөүен бәрҙергән. Билдәле булыуынса, улар ҡапыл машинаның юлына килеп сыға.
Юл-транспорт фажиғәһендә автомобиль механик зыян күргән, һигеҙ һарыҡ һәләк булған.
”Һарыҡтарҙың ҡарауһыҙ йөрөүе билдәле, хужаһын полиция эҙләй. Ваҡиға буйынса тикшереү башланды”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы.
Фото: социаль селтәрҙәр.