Ҡырағай мөхит
15 Август 2024, 15:30

Башҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәк

Өйөгөҙ һыу баҫыу зонаһында булһа, һыу кимәлен “Ташҡын 2.0” мәғлүмәт системаһы ярҙамында күҙәтегеҙ.

Башҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәкБашҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәк
Башҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәк

https://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB# һылтанмаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мониторинг системаһы барыһы өсөн дә асыҡ.
Республикала оҙайлы ҡойма ямғырҙар арҡаһында килеп тыуған хәл тураһында Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән БЮТ каналының “Сәләм” тапшырыуына сыҡҡан тура элемтә барышында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләне.
Республиканың тау һәм дала йылғаларында һыу кимәле күтәрелде, Баҫыутамаҡ ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһы – 68, Салауат ҡалаһында Ағиҙел йылғаһының кимәле 35 сантиметрға күтәрелде. Һыу йәнә бер метрҙан ашыу күтәрелһә генә йылғаның ярҙан сығыуы мөмкин, шуға борсолорға сәбәп юҡ. Әммә һыу ятҡылыҡтарына яҡын йәшәүселәргә белгестәр документтарының һәм мөлкәттенең именлеген хәстәрләргә кәңәш итә.
Ямғырлы һауа торошо һәм тыныс һунар яратыусыларға ҡотҡарыусылар урындағы картаны алдан өйрәнергә һәм яҡындарығыҙҙы ниндәй урманға бәшмәк йыйырға барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтыуығыҙ тураһында иҫкәртергә кәңәш итә.

Фото: видеонан скрин.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас