“Баймаҡ районына эш сәфәре барышында гидротехник ҡоролмаларҙың торошон тикшерҙем. Бында айлыҡ яуым-төшөмдөң 40 проценты яуған. Һөҙөмтәлә Талашты йылғаһы аша күпер емерелеп төштө һәм Шырҙы йылғаһында дамбаның йыуылыу ихтималлығы бар. Ике йылға ла Темәс ауылында урынлашҡан. Был ҙур ауылда 3,6 меңдән ашыу кеше йәшәй. Һыуҙы өҫтәмә ағыҙыу өсөн тейешле саралар күрҙек һәм, бәхеткә күрә, дамбаны һаҡлап киләбеҙ.
Республиканың Транспорт министрлығына Талашты һәм Шырҙы аша ике капиталь күпер төҙөү проектын әҙерләргә, улар төҙөлөп бөткәнсе, Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә ваҡытлыса йылға аша үтеү юлын булдырырға ҡуштым. Халыҡты транспорт бәйләнешенән яҙҙырырға ярамай.
Шуны билдәләп үтәм: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Экология министрлығы менән берлектә даими рәүештә гидротехник ҡоролмаларҙың эшен күҙәтеп тора. Оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Иң мөһиме, ваҡытында күрелгән саралар арҡаһында халыҡ зыян күрмәне.
Беҙҙә әле лә тау һәм дала йылғаларының кимәле үҙгәреп тора. Ямғырҙар дауам итә, әммә Урал аръяғындағы ауылдарҙы һыу баҫыу хәүефе юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, хәлде контролдә тотабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика бюджетынан юл участкаларын һәм күперҙәрҙе ремонтлауға 123,7 миллион һум аҡса бүленә. Һауа шарттары яҡшырыу менән, муниципалитеттар кисекмәҫтән ремонт эштәренә тотонасаҡ. Бында, Темәс ауылында, эш тулы ҡеүәт менән бара ла инде”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрендә.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: vk.com/agnazarov