Ҡырағай мөхит
18 Август 2024, 04:00

Сентярбгә лә өмөт ҡалманы...

Синоптиктар был айҙа өс кенә ҡояшлы көн торасаҡ тиҙәр.

Сентярбгә лә өмөт ҡалманы...Сентярбгә лә өмөт ҡалманы...
Сентярбгә лә өмөт ҡалманы...

Башҡортостанда сентябргә һауа торошо билдәле булды. Gismeteo мәғлүмәттәренә ярашлы, республика халҡын ни бары өс ҡояшлы һәм аяҙ көн көтә.

Айҙың күпселек өлөшө – 17 көн – ямғырлы, тағы 10 сентябрҙә көн болотло була.

Сентябрҙең тәүге декадаһы ярайһы уҡ йылы була: һауа температураһы төндә – 12-14 градус, көндөҙ 16-18 градус йылы көтөлә.

Ай аҙағына һалҡынаясаҡ, көндөҙгө температура һигеҙ градустан артмаясаҡ.

Быйылғы йәй аномаль эҫе була, тип синоптиктар яңылышҡайны. Бәлки, был юлы ла, сентябрь буйы ямғыр яуа тип яңылышаларҙыр? Ауыл халҡы бесән булһа ла эшләп ҡалыр ине...

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас