Ҡырағай мөхит
7 Сентябрь 2024, 08:15

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башланыр?

Һеҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ бар!

Әбейҙәр сыуағы ҡасан башланыр?Әбейҙәр сыуағы ҡасан башланыр?
Әбейҙәр сыуағы ҡасан башланыр?

Башҡортостанда һауа торошо көтөлмәгән бүләк әҙерләй: һалҡынайтыу осоронан һуң көндәр һиҙелерлек йылыта. Синоптиктар яҡшы фараз менән уртаҡлашты.

Сентябрҙең тәүге декадаһына уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. 7-8 сентябргә үк төбәктә көндөҙгө сәғәттәрҙә 18, 23 градусҡаса йылыта. Яуым-төшөм көтөлмәй, ҡояшлы була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йылы 12 сентябргә тиклем дауам итә. 13-өндә көндәр һалҡынайта, әммә күпкә түгел: термометр бағанаһы 18, 19 градус күрһәтәсәк. Бындай температура 20-21 сентябргә тиклем дауам итә. Был осорҙа ямғырҙар булмаясаҡ тиерлек.

Фото: newsbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас