Ҡырағай мөхит
22 Сентябрь 2024, 09:15

Ауыл буйлап айыуҙарҙы баҫтырғандар

Был хәл ҡайҙа булған?

Айыуҙарҙың ауылға инеүе хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Ә бына көпә-көндөҙ, тормош гөрләп торғанда, икешәрләп йөрөүе... Ҡурҡыныс бит әле.

Бөгөн Белорет районының Уҫманғәле ауылы халҡы урам буйлап иркенләп йөрөгән тайыштабандарҙы күреп, ысын мәғәнәһендә шаҡ ҡатҡан. Был видеояҙмала - уларҙы машинала ҡыуалап сығарған мәлдәре.

Йыртҡыс бит ул, һаҡ булайыҡ инде.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас