Күптән түгел Өфөләге вуз-ара студент кампусы резиденты - Фән һәм технологиялар университеты зоологтары Башҡортостандың Ҡыҙыл китабын баҫмаға әҙерләне. Ҡыҙыл китаптың баш мөхәррире, Өфө фән һәм технологиялар университетының биология һәм экология кафедраһы доценты Винер Хәбибуллин беҙҙең баҫмаға һирәк осраған йәнлектәр тураһында ентекләберәк һөйләне.
- Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы - төбәктә йәшәгән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандарҙың торошо тураһында рәсми ғилми-белешмә. Баҫмала 140 һирәк осрай торған һәм юғалып барған йәнлектәр тәҡдим ителгән, уларҙың һәр береһе ентекле һүрәтләмә, төҫлө һүрәттәр һәм таралыу картаһы алған. Яңыртылған баҫмаға 47 яңы төр, шул иҫәптән 30 умыртҡаһыҙ һәм 17 умыртҡалы индерелгән.
Ҡыҙыл китаптың бынан алдағы томы теүәл ун йыл элек нәшер ителгән. 2014 йыл менән сағыштырғанда, 21 төр хайуан баҫманан сығарылған. Бер яҡтан, ул әлеге ваҡытта төбәктә осрамаған, икенсе яҡтан - үҙенең һанын һәм йәшәгән биләмәһен тергеҙгән төрҙәр, - тип билдәләне Ҡыҙыл китаптың баш мөхәррире, Өфө фән һәм технологиялар университетының биология һәм экология кафедраһы доценты Винер Хәбибуллин.
Юғалыуға дусар булғандар араһында һары шәшке бар икән. Улар элек Ағиҙел буйында йыш осраған. Башҡортостандың 15 районында йәшәгән булған. Һуңғы тапҡыр был йәнлекте Ауырғазы районында ғына күргәндәр. Доцент билдәләүенсә, уларҙың һаны ни бары 10 – 30 самаһы.
Бик һирәк осрағандарҙан тағы һаҡалсан балыҡ тураһында әйтеп үтке килә. Был балыҡ Нуриман һәм Өфө райондарында ғына осрай. Балыҡтарҙан бикре (осетр) һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан тип билдәләгән зоологтар.
Ә бына суфый сиңерткәләр киреһенсә юғалып барған ерҙән үрсеп киткән. Уларҙы әлеге Ҡыҙыл китапҡа индермәгәндәр. Винер Хәбибуллин билдәләүенсә, был күренеш һуңғы йылдарҙағы йылылыҡ менән бәйле.
Ҡыҙыл китап 2025 йылдың ғинуарында нәшер ителәсәк. Уны Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында алырға була.
Фото: Белозерский дәүләт заказнигы.