Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
30 Сентябрь , 08:00

Йылы көндәр хушлаша...

Ҡасан һыуытыры билдәле булды.

Йылы көндәр хушлаша...
Йылы көндәр хушлаша...

Октябрҙә Башҡортостанда һауа торошо ныҡ үҙгәрә: “әбейҙәр сыуағы” тамамлана, ямғыр яуа һәм һыуыта. Синоптиктар ай башына фараздары менән таныштырҙы.

Рәсәй Гидрометүҙәгендә 2 октябрҙән үк һауа температураһының түбәнәйеүен билдәләйҙәр. Көндөҙ термометр бағанаһы 4 градусҡа – 16 градусҡа тиклем төшәсәк. Артабанғы бер нисә көндә 15 градус йылы буласаҡ. Төнгө сәғәттәрҙә 2 октябрҙән 3-нә һәм 3 октябрҙән 4-енә тиклем һалҡынайтыу көтөлә – +1 градус ҡына була.

Гисметео белгестәре оҙайлыраҡ һауа торошона фараз бирҙе. Был метеохеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙең икенсе декадаһында көндөҙ – 10 градус һәм унан түбәнерәк, төндә 5 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә. Айҙың өсөнсө декадаһында көндөҙгө һауа температураһы 5 градусҡа тиклем төшәсәк, ә төнөн – 3 градусҡа тиклем.

Рәсәй метеорологтары мәғлүмәте буйынса, ямғырҙар 11-15 октябрҙә һәм 26 октябрҙән фаразлана. Башҡа көндәрҙә ҡояшлы, ләкин ярайһы уҡ һалҡын һауа торошо көтөлә.

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: