Быйылғы ямғырлы йыл ғәжәпләндереүен дауам итә. Баймаҡ ҡалаһына ингән ерҙә һаҙлыҡ бар. Шул һаҙлыҡ быйыл ыҡсым ғына күлгә әйләнгән. Яҙ башынан был күләүекте аҡҡоштар ғаиләһе үҙ иткәйне. Аҡҡоштарҙың машиналар үтеп-сүтеп йөрөгән ерҙә оя ҡороуҙарына күптәр ғәжәпләнде. Балаларын үҫтергәс, күсерҙәр тип көттөләр. Тик ғаилә йылы яҡтарға ла ошонан осоп китергә йыйына, буғай. Аҡҡоштар быйыл биш себеш сығарған. Улар матур аҡҡоштарға әүерелгән. Икенсе йыл ҡайҙа килеп төпләнерҙәр икән?
Һеҙҙең яҡта аҡҡоштар бармы?
Автор фотоһы һәм видеһы.