Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Рәсүл Арыҫланов йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Башҡорт тоҡомло аттары күберәк Ирәндек буйында йөрөй, фермерҙың Ҡуштүбәлә үҙенең йылҡы йәйләүе лә бар.
Тәүге ҡар яуғас, аттарын ҡарарға тип Күсемташ буйҙарын иңләй һәм иҫ киткес матур мөғжизәне осрата. "Үҙ ғүмеремдә һары балан тураһында ишеткәнем дә, күргәнем дә юҡ ине. Ышанмайынса, ауыҙ итеп ҡараным. Ҡарҙан һуң тағы ла тәмләнеп киткән," -ти Рәсүл Миңдеғол улы.
Һары балан янында күҙҙең яуын алып ҡыҙыл балан тәлгәштәре лә балҡып ултыра.
Ә һеҙҙең һары балан тураһында ишеткәнегеҙ йә иһә күргәнегеҙ бармы?
Фото: Рәсүл Арыҫланов.