Ҡырағай мөхит
17 Октябрь 2024, 03:00

-11 градусҡаса һыуыта

Шулай ҙа көндәр әле һаман ҡоро торасаҡ.

-11 градусҡаса һыуыта-11 градусҡаса һыуыта
-11 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда әле һаман ҡоро һәм октябрь өсөн йылы көндәр тора. Шулай ҙа, бөгөндән төндәрен ныҡ ҡына һыуыта башлай.

Бөгөн, 17 октябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Термометр бағанаһы төндә -1, -6, урыны менән 11 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 6, 11 градус йылы.

Йома, 18 октябрҙә лә, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә -1, -6, урыны менән -11, көндөҙ 6, 11 градус йылы.

Әгәр синоптиктарға ышанһаң, ялдарҙа ла йылы һәм ҡоро көндәр көтә. 

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас