Башҡортостанда йылы, ҡоро һәм ҡояшлы алтын көҙ тора. Башгидромет синоптиктары алдағы көндәрҙә республика халҡын нимә көтәсәген һөйләне.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн 19 октябрҙә, республикала әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -2,-7 градус, урыны менән + 3 градусҡаса, көндөҙ 7, 12 градус йылы.
Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Йәкшәмбе, 20 октябрҙә, һауа торошо һаҡлана. Беҙҙе шулай уҡ ҡоро һәм октябрь аҙағы өсөн йылы көндәр көтә.
Фото:Евгения Сюткина.