+1 °С
Болотло
Башҡортостанға ямғырлы һауа торошо килә. Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөндән, 22 октябрҙә, яуым-төшөм фаразлана.
Ямғырҙар көн һайын киләһе дүшәмбегә, 28 октябргә ҡәҙәр көтөлә.
Ә 29 октябрҙән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. 7 ноябрҙән ҡар яуа башлай.
Синоптиктар ноябрь болотло һәм ямғырлы була тип фаразлай.
Фото: Башинформ.