“Башҡортостан” милли тәбиғәт паркында бер йыл элек аҡһыл төҫтәге айыу донъяға килгәйне. Милли парк инспекторҙары, айыу балаһы үҙенсәлекле төҫө арҡаһында үгәйһетелер, уртаҡ тел таба алмаҫ, үлеп ҡуйыр тип хафаланғайны.
“Фототоҙаҡ”ҡа бер нисә тапҡыр эләккәндән һуң башҡа күренмәй торғас, был фаразға ышана ла башлағандар. Күптән түгел Умка йәнә “фототоҙаҡ”ҡа эләгә. Быға тиклем милли парк биләмәһендә күренмәһә лә, ҡышҡы йоҡоға тап бында өң эшләргә йөрөй, ахыры.
Фото: видеонан скриншот. Видео: “Башҡортостан” милли тәбиғәт паркының “фототоҙағы”.