Ҡырағай мөхит
26 Октября 2024, 10:00

Ҡоралайҙы ҡотҡаралар

Йәш хайуандарға теймәгеҙ, сөнки инәһе кеше еҫе сыҡҡан балаһынан ситләшә.

Ҡоралайҙы ҡотҡараларҠоралайҙы ҡотҡаралар
Ҡоралайҙы ҡотҡаралар

Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһындағы паркҡа ҡоралай килә. Йәнлекте күҙәткән халыҡ уның кешенән өркмәүенән хафаланып, белгестәргә мөрәжәғәт итә. Инспекторҙар уны йоҡлатып тота һәм хәүефһеҙ урынға сығарып ебәрә.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡырағай йәнлектәр менән осрашҡанда, уларҙың артынан ҡыумаҫҡа, яҡынлашмаҫҡа кәңәш ителә. Йәнлекте һыйпарға, ашатырға ярамай. Айырыуса йәш хайуандарға теймәгеҙ, сөнки инәһе кеше еҫе сыҡҡан балаһынан ситләшә.

Ҡыр хайуандары менән осрашһағыҙ, йә тораҡ пункттарҙа күрһәгеҙ, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Телефон: (347) 218-04-30.

Фотолар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

Ҡоралайҙы ҡотҡаралар
Ҡоралайҙы ҡотҡаралар
Ҡоралайҙы ҡотҡаралар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас