Пермдә Крошик исемле һимеҙ бесәй вафат булған. Уның ябығыуын тотош ил күҙәткән ине лә...
Был хәл августа башланған. Урындағы ирекмәндәр ҡала дауаханаһы подвалында һимеҙ бесәйҙе тапҡан. Хайуанҡайҙы пациенттар ныҡ ашатҡан, күрәһең. Һөҙөмтәлә бесәй 17 килограмм тартҡан.
Ветеринарҙар бесәйгә диета һәм физик күнегеүҙәр тәғәйенләгән. Реабилитация ваҡытында Крошик ауырлығын ташлай башлаған, 3 килограмға ябыҡҡан һәм әүҙем йөрөгән. УЗИ һөҙөмтәләре буйынса ветеринарҙар бесәйҙең тәнендә ауырлыҡтың ҙур булыуы арҡаһында кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәр булыуын билдәләгән.
Яҡынса алғанда, улар үлемгә сәбәпсе булған. Бесәйҙең эске органдарында метастазаларҙың үҫешеүе күҙәтелгән. Хайуандың хәле 26 октябрҙә кискеһен насарайған, ул тонсоға башлаған.
«Беҙ шунда уға ярҙам күрһәттек - ярты сәғәттән Крошик кислород камераһында ине. Әкренләп уның хәле насарая барҙы. Табиптарҙың реанимация эше лә уға ярҙам итә алманы», - тип хәбәр итә урындағы йәнлектәрҙе яҡлаусылар.
Бесәйҙе реабилитациялау өсөн йыйылған аҡса - 179 мең һумдан ашыу - «Матроскин» питомнигының ярҙам программаларына йүнәлтеләсәк.
Бына шундай бесәй йәшәгән Пермь ҡалаһында. Һимеҙлек хатта йорт хайуандарына ла килешмәй икән.
Фото: телеграм