Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
31 Октябрь , 14:00

Иғтибар: һауа торошо боҙола!

Ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә, ти синоптиктар. Ҡасан?..

Иғтибар: һауа торошо боҙола!
Иғтибар: һауа торошо боҙола!

Ноябрҙең тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды. Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, көҙҙөң һуңғы айы көслө ел, яуым-төшөмдөң күп булыуы һәм боҙлауыҡ менән иҫтә ҡаласаҡ.

1 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, шулай уҡ юлдарҙа боҙлауыҡ һәм томан төшөүе көтөлә. Һауа температураһы төндә -3,+2, көндөҙ 0,+5 градус буласаҡ.

2 ноябрҙә иһә температура +7 градусҡаса йылынасаҡ, әммә хәүефле тәбиғәт күренештәре кире сигенмәйәсәк, ти синоптиктар.

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: