Иғтибар! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.
Башгидромет фаразы буйынса бөгөн, 6 ноябрҙә республикала болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар, төндә көньяҡта көслө; республиканың төньяҡ-көнбайышында яуым-төшөмһөҙ.
Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, көньяҡта ҡар һырынтылары. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр, урыны менән 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ 0, -5 градус.
Юлдарҙа урыны менән 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә.
Фото: МЧС.