Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Ноябрь , 15:00

"Был - минең биләмә!"

Көндөң йылытыуына дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа шатлана...

"Был - минең биләмә!"
"Был - минең биләмә!"

Әле әҙ генә йылытҡас, ҡарҙар ирене, ер асылып ҡалды. Ошо ваҡытта ҡайһы бер йәнлектәр өңдәренән сығып, бар донъяға үҙҙәренең бар икәнлеген белдерҙе. Әлбиттә, көндәрҙең ултырыуына дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ҙа ныҡ шатлана.

Йылы көндә Бөрйән районының Һарғая ауылында йөрөгәндә тап ошондай күренешкә тап булдыҡ. Башта ларҫылдап өргән эт тауышы алыҫтан ишетелде, унан инде уның ишек алдында икәнлеге асыҡланды. Бер ваҡыт көтмәгәндә быҙау шикелле эттең, сынйырҙа булыуына ҡарамаҫтан, кәртә башына менеп, донъяға һыймай йөрөүен күҙәттек. "Был - минең территория, бимазалап йөрөмәгеҙ!" – тип аңланыҡ уның был ҡыланышын.

Әйткәндәй, хөрмәтле иптәштәр! Кәртәгә менеп ҡолап төшкәндә аҫылынып тороуы арҡаһында әллә күпме сынйырланған эттең үлеүен ишетеп тә, күреп тә беләбеҙ. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: