- Был ҡар ятмаҫ ул, ер туңып өлгөрмәне, иретер, моғайын...
- Әллә инде, ятһа - ятып ҡуйыуы бар. Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа, тиҙәр бит, быйыл тап шулай булды: йәй - ямғырлы, сентябрь-октябрь йылы булды. Ошо ҡар ятып ҡыш башланыр ул... - ошолайтып рәхәтләнеп гәп һатты Баймаҡҡа такси көтөп торған ике оло инәй.
Эйе, һынамыштарҙа ла дөрөҫлөк бар, халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә, тиҙәр бит. Ә бына синоптиктар нимә ти?
Алдағы көндәрҙә сағыштырмаса йылы һауа торошо көтөлә: көндөҙгө һауа температураһы 0...+2, ҡайһы бер райондарҙа -2 ...0 градус тәшкил итәсәк. Төндәгеһе уртаса алғанда -5...-2 градус. Аҙна аҙағына тиклем бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ошондай һауа торошо тағы 10 көн самаһы - 23 ноябргә тиклем торасаҡ, тип фаразлай синоптиктар. Унан инде яйлап һыуыта башлай: көндөҙ -3...-5 градус.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.