Ҡырағай мөхит
14 Ноябрь 2024, 02:00

Һауа торошо йәнә боҙола

Ҡотҡарыусылар был юлы нимә тураһында иҫкәртә?

Һауа торошо йәнә боҙолаҺауа торошо йәнә боҙола
Һауа торошо йәнә боҙола

Башҡортостанда һауа торошо боҙоласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

Башгидромет фаразы буйынса бөгөн, 14 ноябрҙә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ.

Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -1,-6, көндөҙ -3, 2 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, яуым-төшөм ваҡытында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, томан ваҡытында 2-4 километрға тиклем.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас