“Халыҡ экологы” исемен алған Миҙхәт Хәсәнов үҙенең юбилейы хөрмәтенә яҡташтары өсөн тағы бер изгелек эшләне. Ул Яңы Кәлсер ауыл советы биләмәһендәге һыу ятҡылыҡтарындағы фаунаны байытыу буйынса акция ойошторҙо. Урындағы дүрт һыу ятҡылығына 75 эре сазан балығы ебәрелде, тип яҙа “Аургазинский вестник”. Яҙ еткәс, һәр береһе миллионлаған ыуылдырыҡ һаласаҡ, балыҡтың үрсеүенә килтерәсәк.
Был сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Сафин, ветеран ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, уҡытыусылар ҡушылды. Был көн балалар өсөн иҫ китерлек оло байрам булды, улар шатлана-шатлана балыҡтарҙы һыуға ебәрҙе, Миҙхәт Рауил улын һорауҙарға күмде. Эколог ҙур ҡәнәғәтлек менән бәшмәк, еләк һәм ағастар үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашты, макулатура, пластик һәм тимер әйберҙәрҙе йыйыуҙың ни тиклем тәбиғәткә кәрәклеген аңлатты.
Осрашыу аҙағында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр һәм артабан да изге эштәр менән шөғөлләнергә һүҙ ҡуйыштылар.
Фото: https://vk.com/aur_vesti