Ҡырағай мөхит
24 Ноябрь 2024, 03:00

Һауа торошо йәнә боҙола

Хәйер, быйыл быға аптырайһы ла түгел... 

Һауа торошо йәнә боҙолаҺауа торошо йәнә боҙола
Һауа торошо йәнә боҙола

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты метеошарттарҙың үҙгәреүе тураһында иҫкәртте. Ведомствола 24 ноябргә һауа торошо хаҡында хәбәр иттеләр.

Бөгөн аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына туғыҙ метрҙан 14 метрға тиклем тиҙлек менән иҫә. Һауа температураһы төндә 0, -5, төбәктең көньяҡ-көнсығышында – -10 градус. Көндөҙ 0, 5 градусҡаса йылыта. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500 - 1000 метрға тиклем кәмейәсәк.

Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фаразлана. Елдең көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 0 градус тирәһе була. Көндөҙ термометр бағанаһы 3, 5 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас