+21 °С
Болотло
Көҙҙөң һуңғы эш аҙнаһының башы Башҡортостанда бик һыуыҡ була. Был хаҡта Башгидромет белгестәре хәбәр итә.
Иртәгә, 25 ноябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Алдағы төндә термометр бағанаһы -3,-8, ҡайһы бер райондарҙа -13 градусҡа тиклем төшәсәк, көндөҙ һауа -2, +3 градусҡаса йылына.
Шишәмбе, 26 ноябрҙә, метеорологтар мәғлүмәттәренә ярашлы, шундай уҡ һауа торошо көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.