Ҡырағай мөхит
28 Ноябрь 2024, 11:30

Иғтибар: юл тулыһынса ябылды!

Ҡотҡарыусылар ашығыс иҫкәртә. Был нимәгә бәйле?

Иғтибар: юл тулыһынса ябылды!Иғтибар: юл тулыһынса ябылды!
Иғтибар: юл тулыһынса ябылды!

Хөрмәтле водителдәр! Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ашығыс иҫкәртеү менән сыҡты.

28 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән федераль әһәмиәттәге Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлы участкаһында бөтә төр транспорт саралары өсөн, күреү мөмкинлеге сикләнгәнлектән (томан) 147-се километрҙан (Стәрлетамаҡ районы, Яңы Васильевка ауылы) 169-сы километрға тиклем (Салауат ҡалаһы) хәрәкәт итеү туҡтатыла. Сикләү ваҡыты яҡынса киске сәғәт 5-тә тамамланыуы мөмкин. Хәрәкәттә тәнәфестең тамамланыу ваҡыты насар шарттарҙың дауам итеүе (тамамланыуы) арҡаһында үҙгәреүе ихтимал. Был участканы Салауат ҡалаһы аша йөрөп сығырға кәрәк.

Фото: МЧС. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас