Ҡырағай мөхит
29 Ноябрь 2024, 05:00

Өс-дүрт көн көслө ҡар яуасаҡ

Ә ҡар ҡасан ныҡлап ятыр һуң? Ҡыуанырға ашыҡмағыҙ, әле генә түгел...

Өс-дүрт көн көслө ҡар яуасаҡӨс-дүрт көн көслө ҡар яуасаҡ
Өс-дүрт көн көслө ҡар яуасаҡ

Ике көндән декабрь башлана, ә тышта ҡар әҫәре лә юҡ. Шулай ҙа оҙаҡламай Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы көтөлә. Синоптиктар бының ҡасан буласағын хәбәр итте.

Гисметео мәғлүмәте буйынса, 11-14 декабрҙә күпләп яуым-төшөм фаразлана. Һуңынан уның көсө кәмейәсәк. Ләкин декабрь аҙағында төбәктә йәнә күпләп ҡар яуа.

Алдағы көндәрҙә республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас