Ҡырағай мөхит
3 Декабрь 2024, 03:00

Декабрь ҙә “ҡыҙыҡ” ҡына башланды

Ҡотҡарыусылар йәнә иҫкәртеү менән сығыш яһай. 

Декабрь ҙә “ҡыҙыҡ” ҡына башландыДекабрь ҙә “ҡыҙыҡ” ҡына башланды
Декабрь ҙә “ҡыҙыҡ” ҡына башланды

Тышта инде декабрь башланды, ә һауа торошо һаман ҡышса түгел. Был көндәрҙә ҡыштың тәүге айына хас булмаған көндәр көтә беҙҙе. Етмәһә, ҡотҡарыусылар ҙа иҫкәртә.

Мәҫәлән, бөгөн урыны менән көслө боҙлауыҡ көтөлә. Ғөмүмән, ҡотҡарыусылар иҫкәртеүенсә, һауа торошо боҙола. Улар водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе айырыуса һаҡ булырға саҡыра.

Һауа температураһы төндә -1, -6 градус һалҡын булһа, көндөҙ +1, -4 градус көтөлә.

4 декабрҙә лә ошондай уҡ һауа торошо булыр. Республикала боҙлауыҡ хәүефе һаҡланасаҡ. Ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас