Ҡырағай мөхит
5 Декабрь 2024, 14:00

Өфө сапсаны Грецияла ял итә

 Яҙын ҡайтыр тип өмөтләнәйек

Өфө сапсаны Грецияла ял итәӨфө сапсаны Грецияла ял итә
Өфө сапсаны Грецияла ял итә

Был хаҡта билдәле орнитолог Елена Шнайдер хәбәр итә.

D057 билдәһе бирелгән сапсанды Фессалия провинцияһының Ларисса ҡалаһында фотоға төшөрөп алғандар.

2019 йылда Өфөнөң иң билдәле сапсандары «Уралсиб» банкыһы бинаһында оялай. Банк ҡоштарға уңайлы шарттар булдыра, уларҙың тормошон онлайн рәүештә күҙәтеү өсөн видеокамералар ҡуйыла. Оя ҡорған ҡоштарҙың ике себеше иҫән ҡала. Өс аҙналыҡ саҡтарында Өфө онитологтарҙы уларҙы тотоп, аяҡтарына балдаҡ кейҙерәләр. D057 һанлыһына Себер, D058 һанлыһына Уралочка тип исем ҡушалар. Грецияла фотоға эләккән сапсан Себер булып сыға.

Ҡош йылы яҡта ял итә, яҙын тыуған яғына ҡайтыр тип өмөтләнәйек!

Фотолар "Өфө ҡоштары атласы" сайтынан алынды.

Өфө сапсаны Грецияла ял итә
Өфө сапсаны Грецияла ял итә
Өфө сапсаны Грецияла ял итә
Өфө сапсаны Грецияла ял итә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас