Башҡортостанда Бөрйән районының Ҡотан ауылына һеләүһен килеп ингән. Ауыл “Башҡорт” ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Йыртҡысты ауыл халҡы күреп ҡалған. Был ҡырағай йәнлек ҡурсаулыҡ биләмәһендә бик һирәк осрай.
Хәлһеҙләнгән һеләүһен аҙыҡ эҙләп ауылға килгән. Әлбиттә, ауыл халҡы көтөлмәгән "ҡунаҡҡа" шат түгел, бик һағайып ҡарай: һеләүһен матур хайуан булһа ла, бик хәүефле, балаға ла һөжүм итеүе мөмкин.
Белгестәр ауыл халҡын һаҡ булырға саҡыра, бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта.
Фото сығанағы: https://t.me/c/1601276259/24583