Ҡырағай мөхит
8 Ғинуар 2025, 02:00

Аҡ йылан хикмәте

Иртәнсәк һауынға торһам, кәлүшем эсендә йомарланып ҡына ҡара йылан ята. Ҡурҡышымдан ырғыта тибеп, ҡысҡырып ебәрҙем. Минең тауышҡа бабай килеп сыҡты ла... 

Аҡ йылан хикмәтеАҡ йылан хикмәте
Аҡ йылан хикмәте

Быйылғы йәй юлда күп йөрөлдө. Унда ла сығып китәбеҙ, бында ла, тигәндәй. Юлайҡан юлсылар ҙа ултыртҡыланым. Бер юлдашым иһә һүҙгә әүәҫ кенә инәй булды. Юл буйына һөйләшеп барҙыҡ, ҡымыҙ фермаһына туҡтағанда быуа буйында туҙбаш йылан күреп ҡалдыҡ та һүҙебеҙ йыландар тураһында һөйләшеүгә ялғанды. Бик үҙенсәлекле, ғибрәтле хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләне ул.

“Иртәнсәк һауынға торһам, кәлүшем эсендә йомарланып ҡына ҡара йылан ята. Ҡурҡышымдан ырғыта тибеп, ҡысҡырып ебәрҙем. Минең тауышҡа бабай килеп сыҡты. Тупһа эргәһендә һөйәүле торған көрәкте тотоп алып, ҡыуа төштө. Кәртә яғына инеп киткәйне йылан, китеп өлгөрмәгән, бабай башын өҙә сапты. Шунан башланды ла инде ҡартымдың баштан яфаланыуы. Йылан ҡарғышы төшкәндер, тип уйланыҡ. Бахыр ҡартым үлеп киткәнсе этләнде... Хикмәтле йән эйәһе бит ул йылан. Зыяны теймәһә, үлтерергә ярамай тигәндәре хаҡтыр..."

...Борон өләсәйем дә аҡ йыланға тап булған. Ураҡтан ҡайтып барғанда. Башына ябынған яулығына арыу ғына итеп бойҙай башағы ла йыйып, төрөп алған була. Йылан осрағас, башағын ауҙарып ебәреп, яулыҡты йылан алдына һала. Баяғы йән эйәһе йомарланып ҡына ята, ти.

Аҡ йылан осраһа уның алдына аҡ яулыҡ түшәйҙәр, мөгөҙөн һала, тиҙәр бит инде. Өләсәйем боҫоп ҡына көтөп ултыра был мөгөҙ һалғансы. Оҙаҡ ултыра, ойоп та китә. Көн эҫеһе һүрелеп, ҡояш байышҡа тартылғас ҡына уяна, ул уяныу менән йылан да яулыҡтан шыуып китә. Өләсәйем яулығын ябынып ала. Ҡайтһа, ауылда бер итеп рөхсәтһеҙ башаҡ йыйғандарҙы фашлап, тентеү үткәргәндәр, ти. Бына ҡалай һаҡлап ҡалған Хоҙай уны, юлына аҡ йылан тап итеп. Оҙон ғүмерле булды үҙе. Бәхетле йәшәне, тормошо бәрәкәтле булды, балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәне. Баҡыйлыҡҡа күскәндә лә үҙ аҡылында, үҙ иманында китте.

Хәйбулла районынан Венера Байғабулова үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡайны:

"Беҙҙең әсәйгә йәш сағында осраған. Бала саҡтан ололар һеңдереп үҫтергәндер инде, аҡ йыланға тап булһағыҙ, алдына яулыҡ йәйәләр, тигәнде белгән, йәш булһа ла. Әсәйемдең яулығына йылан мөгөҙөн һалған. Беҙ ул мөгөҙҙө күреп үҫтек, аҡ төҫтә, ике сантиметрҙай ине, ҡусҡар мөгөҙөнә оҡшап тора. Ҡулъяулыҡҡа төрөп кенә һаҡланы. Аҙаҡ үҙе өлкәнәйгәс, һеңлемә бирҙе. Әсәйебеҙ һикһәнгә етә яҙып был донъянан китте. Ун балаға ғүмер бирҙе. Заманында Мөжәүир хәҙрәтте лә күргән, балаларҙы өшкөрөргә рөхсәт алған. Бер ваҡытта ла юҡ тип ултырманы, ризығы мул булды, кешегә һәйбәт ине. Атай менән әсәй беҙҙе ас-яланғас итмәне, бағыулы үҫтек күмәк булһаҡ та", - ти ул апай хәтирәләре менән уртаҡлашып.

Аҡ йылан болло, өлөшлө кешеләргә генә осрай. Тағы бер апайҙың һөйләгәнен яҙып үтәм:

"Ҡартатайым ҡырҙа ат менән көтөү көтөп йөрөгәндә осрата аҡ йыланды. Һин дә мин китеп барған ерҙән үрәпсеп килеп туҡтай аты. Нимә булды икән тип төшөп ҡараһа, юлда мөгөҙлө аҡ йылан ята, ти. Кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып түшәй тегенең алдына. Йылан шыуышып килеп мөгөҙөн ҡалдырып китә. Был ваҡиға тураһында ололарға һөйләй. Һәр кемгә лә аҡ йылан осрамай, йылан мөгөҙөн һаҡлап йөрөтөргә кәңәш итәләр. Ҡартатайымдың шунан алып малы уңа, тормошона бәрәкәт ҡуна".

Ғөмүмән, хәүефле лә, шул уҡ ваҡытта серле лә был йән эйәләренә күп халыҡта үҙенсәлекле мөнәсәбәт һаҡлана. Йыландың ниндәйе генә осраһа ла, туҙбашмы ул, ҡара йыланмы, башҡаһымы, тейергә ярамай, артынан аҡ (һөтмө, ҡатыҡмы) һибеп ҡалыр булғандар. Юғиһә, был мәхлүктең ҡарғышы ла ауыр тип иҫәпләгәндәр.

 

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА,

Күгәрсен районы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас