Ҡырағай мөхит
17 Ғинуар 2025, 10:30

Һауа торошо “сюрприз” әҙерләгән

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә...

Һауа торошо “сюрприз” әҙерләгәнҺауа торошо “сюрприз” әҙерләгән
Һауа торошо “сюрприз” әҙерләгән

Аҙна аҙағына һауа торошо билдәле. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, республика халҡын тотороҡһоҙ һауа торошо көтә. Ял көндәрендә һауа температураһы -22-нән -1 градусҡа тиклем “тирбәләсәк”.

Бөгөн, 17 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы уртаса -9-14 градус.

18 ғинуарҙа иһә урыны менән ҡар яуа, тип хәбәр итә синоптиктар. Төнөн һауа температураһы -11,-16, аяҙайтҡанда -17,-22, көндөҙ -6, -11 градус булыр тип көтөлә.

Һауа торошо йәкшәмбелә лә үҙгәрмәй. Урыны менән боҙлауыҡ, ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -7,-12, көндөҙ -1,-6 градус буласаҡ, – тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас