Башҡортостанда быйылғы ҡыш ныҡ һыуытманы тиерлек. Яҙ нисек булыр?
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, февраль башында һауа торошо норманан 10-12 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Ә яҙ ниндәй булыр? Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд иҫәпләүенсә, быйыл март йылы була, ҡар аҙ яуыуы арҡаһында яҙҙың иртәрәк килеүе ихтимал.Ҡар күп яуғанда ҡояш энергияһы уны иретеү өсөн тотонола. Ә аҙ булғанда – ҡояш һауаны йылыта. Февралдә бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, шулай ҙа яуым-төшөм норманан аҙыраҡ буласаҡ. Яҙ башында йылы торасаҡ.
Мартта уртаса һыуыҡтар килеүе ихтимал, әммә норма сиктәрендә. Яҙҙың тәүге айында ла һауа температураһы норманан бер нисә градусҡа йылыраҡ була, тип күҙаллайҙар. Аномаль йылы ҡыш иртә яҙға талғын күсә һәм эстафетаны уртаса йәйгә тапшыра, тип иҫәпләй ғалимдар.
Фото: Гөлгөнә Мозафарова.