Башҡортостанға төнгө һыуыҡтар килә. Аномаль йылы һауа торошонан һуң йылыраҡ кейенергә кәрәк буласаҡ.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һауа температураһы төндә -9, -14 градус тәшкил итәсәк, урыны менән -15, -20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы -2, -7 градус күрһәтәсәк. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын.
Йома, 7 февралдә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 9-10 градус һалҡын, урыны менән -15, -20, көндөҙ 5-10 градус һалҡын.
Бындай йылы ғинуарҙан һуң халыҡ иртә яҙҙы көтә башлағайны, юҡ, ҡабаланмайыҡ әле! Барыһы ла үҙ ваҡыты менән барһын.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.