Ҡырағай мөхит
14 Февраль 2025, 11:00

Әҙер булығыҙ: көслө ҡар яуасаҡ

Буран да сыға...

Әҙер булығыҙ: көслө ҡар яуасаҡӘҙер булығыҙ: көслө ҡар яуасаҡ
Әҙер булығыҙ: көслө ҡар яуасаҡ

Башҡортостанда йәшәүселәргә күп ҡар яуыуға һәм бейек көрт һалыныуына әҙерләнергә кәрәк. Бер аҙ тынып торғандан һуң төбәккә яуым-төшөм әйләнеп ҡайта. Әммә был юлы ул айырыуса көслө буласаҡ.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 14 февралдә, яуа башлай. 15 февралдә ҡар яуыуы дауам итәсәк. Ә 16 февралдә ул көсәйәсәк. 16 февралдә ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары көтөлә.

Шул уҡ ваҡытта киҫкен ел фаразлана. Һауа температураһы күтәреләсәк. 16 февралдә көндөҙ -2, -7 градус буласаҡ. Төндә -7, -12 градус булыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас