Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
16 Февраль 2025, 07:00

Яҙ быйыл ҡыуандырыр тиҙәр...

Нимә менәнме? Яҙмала.

Яҙ быйыл ҡыуандырыр тиҙәр...
Яҙ быйыл ҡыуандырыр тиҙәр...

Башҡортостанда быйыл ҡыш артыҡ һыуыҡтар булманы тиерлек. Яҡын арала һауа торошо нисек үҙгәрәсәк? Яҙғы айҙарҙан нимә көтөргә? 

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, февралдең тәүге декадаһы республикала аномаль йылы һәм яуым-төшөмһөҙ булды. Ләкин циклон тәьҫире арҡаһында Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һыуытыу көтөлә. Киләһе аҙнаның башында Уралға циклондың артҡы өлөшөндә төньяҡтан һалҡын һауа үтеп инә башлай. Һөҙөмтәлә, һалҡын көндәр башлана.

Гисметео синоптиктары фаразлауынса, март республикала йылы һәм ҡояшлы була: көндөҙ термометр нулгә тиклем күрһәтәсәк, төндә Цельсий буйынса -4,-5 градус һалҡын.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фекеренсә, быйыл март йылы була, ҡар аҙ яуыуы арҡаһында яҙҙың ғәҙәттәгенән иртәрәк килеүе ихтимал.

"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҙҙың тәүге айы норманан бер нисә градусҡа йылыраҡ була. Аномаль йылы ҡыш иртә һәм еңелсә ташҡын менән йылы яҙға күсә, ул эстафетаны сағыштырмаса уртаса йәйгә тапшыра, тип иҫәпләй ғалимдар.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас