Ҡырағай мөхит
21 Февраля 2025, 06:15

- 39 градус булды! Ҡайҙа иң һыуығы һәм иң йылыһы булған?

Ә һеҙҙә бөгөн иртән нисә градус һалҡын ине?

- 39 градус булды! Ҡайҙа иң һыуығы һәм иң йылыһы булған?- 39 градус булды! Ҡайҙа иң һыуығы һәм иң йылыһы булған?
- 39 градус булды! Ҡайҙа иң һыуығы һәм иң йылыһы булған?

Бөгөн төндә һәм иртәнсәк Башҡортостанда һауа температураһы урыны менән -39 градусҡа тиклем төшкән. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Шулай итеп, мәҫәлән, Белорет районының Мәхмүт ауылында рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, бөгөн термометр бағанаһы -38 градусҡа тиклем түбәнәйгән, Ҡыйғы районының Йосоп ауылында -32-гә тиклем.

“Һауа температураһы иртәнге сәғәт 5-тә Шүлгәнташта, Мәләүездә -31 градус, Ямашта, Туҡанда, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Учалыла -28 градус, Архангелдә, Ҡариҙелдә - 27 градус, Белоретта, Шишмәлә, Оло Теләктә – -25, Раевкала, Иҫке Собханғолда, Кушнаренкола, Үрге Йәркәйҙә -24, Асҡында, Туймазыла, Баҡалыла, Дыуанда, Бүздәктә, Яңауылда -23, Күмертауҙа -22, Павловкала, Аксаковта -21 градус, Бөрөлә, Мораҡта -19, Дүртөйлөлә -18 градус, Федоровкала -17, Сибайҙа, Аҡъярҙа һәм Йылайырҙа – -16 градус булған”, – тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Ә һеҙҙә бөгөн иртән нисә градус ине?

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас