Ҡырағай мөхит
28 Февраль 2025, 02:00

Һауа торошо ныҡлы боҙола

-25 градустан, +2-гә тиклем... Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! 

Һауа торошо ныҡлы боҙолаҺауа торошо ныҡлы боҙола
Һауа торошо ныҡлы боҙола

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты 28 февралдә һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Ведомство Башгидромет синоптиктарының күҙаллауҙарына таяна.

Февралдең һуңғы көнөндә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына биш метр тиҙлектә иҫә. Юлдарҙың айырым участкаларында – боҙлауыҡ, төнгө һәм иртәнге ваҡытта томан була, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмей.

Һауа температураһы төндә -13, -18 градус тәшкил итәсәк. Урыны менән 20-25 градусҡаса һыуыта. Көндөҙ термометр бағанаһы -3, -8 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Таулы райондарҙа һауа 2 градусҡаса йылына.

Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына биш метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә -20, -22, ҡала үҙәгендә -17 градус булыуы көтөлә. Көндөҙ -4, -6 градусҡаса йылыта.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас