Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡырағай мөхит
28 Март , 07:00

Йылы булһа ла...

Оҙайлы ямғырҙар ҡасан башланыр?

Йылы булһа ла...
Йылы булһа ла...

Әле Башҡортостанда мартҡа хас булмаған йылы һәм ҡоро көндәр тора. Көндөҙ һауа температураһы +12 градусҡаса йылына. Ғәҙәттә, бындай көндәр апрелдә була торғайны.

Ләкин оҙаҡламай, Гисметео мәғлүмәттәре буйынса төбәгебеҙгә ямғырҙар киләсәк. Ҡоро һәм ҡояшлы көндәр был аҙнаның аҙағына тиклем генә һаҡланасаҡ. Ә ял көнө, 30 мартта ямғырҙар көтөлә.

Ямғырҙар киләһе аҙна буйы яуасаҡ тиҙәр.Шул уҡ ваҡытта көндәр йылы торасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы урыны менән + 15 градусҡаса йылытасаҡ.

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: