Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо йәнә көслө һыуыҡтар менән алмашына. Алдағы көндәргә фаразды синоптиктар баҫтырып сығарҙы.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 9 апрелдә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +5,+10 градус тәшкил итәсәк (көнсығышта – 0-гә тиклем), көндөҙ республикала +11,+15-кә тиклем йылытасаҡ (көньяҡта +20-гә тиклем). Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайышҡа талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Кесаҙна, 10 апрелдә, бер аҙ ямғыр яуа. Бер аҙ һалҡынайта: һауа температураһы төндә 0,+5 градус, көндөҙ +7,+12, көньяҡ-көнсығышта +17 градусҡа тиклем. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Йома, 11 апрелдә, һауа торошо ныҡ насарая. Ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Шул уҡ ваҡытта һыуыта: һауа температураһы төндә -2,+3 градус, көндөҙ термометрҙа +5,+10 градус күрһәтәсәк.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Рус тигеҙлегендә ҡыштың ҡабатланыуында актив циклон ғәйепле, уның периферияһы буйлап арктик һауа массалары үтеп инә. Арктика баҫып инеүе дауам итә. Яуым-төшөм көсәйә, урыны менән айлыҡ дым күләменең яртыһынан ашыуы төшөүе ихтимал. Ҡайһы бер урындарҙа ямғырҙар ҡарға әйләнә.
Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.