

Башҡортостанға йәйге һауа торошо килде. Аҙна башында бик йылы буласаҡ. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, +26 градус билдәһендә тиклем күтәреләсәк.
Әммә май байрамдарына яҡыныраҡ һауа торошо үҙгәрәсәк. Һауа температураһы түбәнәйә, төбәккә көслө ямғырҙар килә.
Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, май байрамдарында, 1-11 майҙа Башҡортостанда болотло була, ҡайһы бер көндәрҙә көслө ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +12, +18 градус тәшкил итәсәк. Төндә һалҡын, +4-тән +10 градусҡа тиклем.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.